"Асыҡ һауала китап" исемле йәйге уҡыу залы үҙ эшен тамамланы

"Асыҡ һауала китап" исемле йәйге уҡыу залы үҙ эшен тамамланы

Ошо арала "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркында "Асыҡ һауала китап" исемле йәйге уҡыу залы үҙ эшен тамамланы.

Өфө ҡалаһының үҙәк ҡала китапханаһы, 15-се, 16-сы китапханалар, Октябрь районының 26-сы модель китапханаһы тағы бер тапҡыр ҡала халҡыфн һәм ҡунаҡтарын фәһемле программа менән ҡыуандырҙы. Паркта ял итеүселәр өсөн "Ҡала портретына һыҙаттар" исемле күргәҙмә әҙерләнде, ул Өфөнөң ҡала булып үҫешендә төрлө этаптар, мөһим тарихи һәйкәлдәр менән таныштырҙы.

Йәш китап уҡыусылар балалар матбуғаты менән танышты. Шулай уҡ ял итеүселәр "Һәйкәлдәр: тарих һәм яҙмыш" исемле крайҙы өйрәнеү викторинаһында ҡатнашты. Үҙәк ҡала китапханаһы "Крайҙы өйрәнеү мафияһы" исемле уйын үткәрҙе.

Китапханасылар бөтә ҡыҙыҡһыныусыларҙы китапханаларға саҡырҙы, төрлө файҙалы һәм ҡыҙыҡлы китаптар тураһында һөйләне. Ойоштороусылар киләһе йылда ла йәйге китап уҡыу залдары үтеренә өмөт белдерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb