Асҡын районында Ришат Дихиндың хәтер кисәһе уҙасаҡ

Асҡын районында Ришат Дихиндың хәтер кисәһе уҙасаҡ

Асҡындар 28 июндә киске сәғәт 6-ла Урмияҙ ауылында Ришат Дихиндың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһен үткәрергә йыйына.

Ришат Дихин Асҡын районы хакимиәтенә етәкселек итте. Быйыл мартта ул республикала сираттағы коронавирус ҡорбаны булды. 33 йәшлек идарасының ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды.

"Уҡылмаған китап" тип исемләнгән хәтер кисәһендә мәрхүмдең ата-әсәһе, туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары йыйыласаҡ. Шулай уҡ сарала Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb