Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы буйынса түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Салауат дәүләт башҡорт драма театры ошо повесть буйынса ҡуйылған “Ерҙәштәр” исемле спектаклен Өфө тамашасыһы хөкөмөнә сығара. Ул тәүге тапҡыр 15 май күрһәтеләсәк. Әҫәрҙе сәхнәләштереүсе Мәскәү режиссеры уны заманса итеп ҡуйырға тырышты, тине театрҙың баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов.