Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Ауылым моңдары» тамашасы күңеленә хуш килде
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 21 ноябрь 2016
«Ауылым моңдары» тамашасы күңеленә хуш килде
Мәләүез ере таланттарға бай. Быны ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән “Ауылым моңдары” телевизион-музыкаль фестиваль тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Район Хакимиәте мәҙәниәт бүлеге етәкселегендә мәҙәни-ял үҙәге һәм “Сатурн” телерадиокомпанияһы менән берлектәге проекты мәләүездәрҙең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаға әүерелде. Фестиваль барышында райондың 16 ауыл биләмәһенән үҙешмәкәрҙәр үҙҙәренең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын телевидение экранынан күрһәтә алды.
Сарала ҡатнашыу өсөн иң яҡшы коллективтар һәм халыҡ ижады жанрҙары буйынса (бейеү, вокал, хор, инструменталь, ғаилә, фольклор һәм башҡалар) айырым башҡарыусылар һайлап алынды.
“Фестиваль үҙешмәкәр коллективтарҙың үҫеше өсөн ҙур этәргес булды. Һәләтле үҙешмәкәрҙәр, уңыштар бар, тимәк, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, мәләүездәрҙең ялын ойоштороу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Мәҙәниәтте үҫтереү проблемаһына район, ҡала хакимиәттәре етәкселегенең иғтибары артыуы ҡыуаныслы. Аппаратура һатып алыуға, костюмдар тектереүгә финанс ярҙам күрһәтелә”, - тине фестивалде ҡатнашҡандарҙы бүләкләү тантанаһында мәҙәниәт бүлеге мөдире Илшат Солтангәрәев.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса 13 коллектив, 1 дуэт, 2 яңғыҙ башҡарыусы дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. Воскресенский мәҙәниәт йорто “Ивушки” вокаль ансамбле иң яҡшы тип билдәләнде.
Шулай итеп, “Сатурн” телерадиокомпанияһы фонды Мәләүез районы биләмәһендә йәшәгән күп милләтле халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләре менән тулыландырылды. Башҡорт, урыҫ, татар, украин телдәрендә йырҙар яңғыраны. Киләсәктә республика, район сараларында, конкурстарында телевизион фестиваль ҡаҙаныштары файҙаланыласаҡ. Фестивалгә яңы таланттарҙы асыҡлауҙа уңыштар, оҙайлы ижади йылдар теләйбеҙ.
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА, ҡала мәҙәниәт һарайы методика кабинеты мөдире.
Сығанаҡ: “Көнгәк” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө