Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Рушана Вәлиева «Голос. Перезагрузка» шоуының финалына үтте

Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Рушана Вәлиева «Голос. Перезагрузка» шоуының финалына үтте

Башҡортостандың Ауырғазы районы Талбазы ауылынан 19 йәшлек Рушана Вәлиева Беренсе каналдың «Голос. Перезагрузка» проекты финалына сыҡты. Ярымфиналда Рушана яҡташыбыҙ Земфираның «Аривидерчи» йырын башҡарҙы.

Телевизор ҡараусылар һайлағансы, конкурсанттар Рәсәйҙең халыҡ артисы Филипп Киркоров менән «Цвет настроения синий» хитын башҡарҙы.

Һуңынан шоуҙы алып барыусы Дмитрий Нагиев тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәһен иғлан итте: Даниель Рөстәмов — 30,1%, Рушана Вәлиева — 69,9%. Шулай итеп, яҡташыбыҙ телепроекттың финалына үтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенә яҙылыусыларҙы Рушана өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb