Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, Ауырғазы районы Талбазы ауылында капиталь ремонттан һуң тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы үҙ эшен башланы.
Етмешенсе йылдарҙа төҙөлгән бина ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бағыусы ярҙамында төҙөкләндерелгән.
Бер йыл эсендә Талбазы ауылында урынлашҡан тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы эске яҡтан танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Өс ай эсендә бында төҙөүселәр көсө менән бинаның түбәһе, иҙәне яңыртыла, стеналар ҙа хәҙер тигеҙ, экспозия залдары буйлап йөрөү үҙе бер ләззәт.
Музейҙағы ыңғай үҙгәрештәр бағыусы ярҙамында башҡарылды. Эшҡыуар Миңлерәйес Усманов яҡташтарына Яңы йыл адынан ҙур бүләк яһаны тиергә була. Төҙөлөш өлкәһендә эшләүсе уҙаман бинаны ремонтлағанда эшсе ҡулдар һәм материалдар менән дә тәьмин итә.
Туҡһанынсы йылдар башында музейҙа ни бары ике йөҙҙән ашыу ғына экспонат булһа, бөгөн улар туғыҙ меңгә еткән. Иң ҡиммәтлеһе - бында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың хәтирәләре видео һәм аудиоформатта һаҡлана.
Учреждение хеҙмәткәрҙәре йөҙҙән ашыу фронтовиктың иҫән сағында тауыштарын яҙҙырып ҡалған. Ил батырҙарының фотоһүрәттәре, ордендары, миҙалдары айырым экспозицияла һаҡлана. Шулай уҡ урындағы халыҡ көсө менән этнография бүлеге лә элекке йорт йыһаздары, музыка ҡоралдары, ҡул эштәре менән байытыла.
Район халҡы ремонттан һуң музей яңынан асылғандай булды,-тип һөйөнә. Тыуған яҡтың билдәле шәхестәре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған урын хәҙер йәшен дә, олоһон да үҙенә ылыҡтыра. Мәктәп уҡыусылары өсөн бында Яңы йылдан һуң экскурсиялар ойоштороу ҡаралған.
Шулай уҡ музейҙың Солтанморат ауылындағы филиалында ла ноябрҙә генә капиталь ремонт эштәре тамамланған.
Төҙөкләндереүгә «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә 800 мең һум аҡса бүленгән. Әйткәндәй, музей етәкселеге киләһе йыл экспонаттарҙы ла тулыһынса яңыртырға ниәтләй. Бының өсөн төбәк башлығы грантын алыуға ғариза бирелгән дә инде.