Ауырғазы районыныңТалбазы башҡорт гимназияһында “Назаров уҡыуҙары” үтте. Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Дәүләкән райондарынан һәм Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан оҫта шиғыр һөйләүсе йөҙгә яҡын уҡыусы килде. Был мәртәбәле сараға Өфө ҡалаһынан яҙыусылар, билдәле шәхестәр саҡырылды. Тәүҙә “Киң мәғлүмәт сараларының үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге роле” темаһы буйынса фекер алышыу эшлекле һәм йәнле барҙы. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов үҙ сығышында уҡытыусыларҙы журнал биттәрендә аралашыуға саҡырҙы. Ҡырмыҫҡалы районынан килгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар үҙҙәрен иң оҫта шиғыр һөйләүселәр итеп танытты. Иҫке Бәпес урта мәктәбенән Ләйсән Ирмәкова төп призға лайыҡ булды. Малай ауылы мәктәбенән Динис Ҡоҙаҡаев “Башҡорт” шиғыры менән беренсе урынға сыҡты. Шулай уҡ уҡытыусылар араһынан Шәрипҡол мәктәбенән Рәйхана Хәмитова, “Әсә һүҙҙәре” циклынан өҙөктө сәхнәләштереп, бөтәһен дә һоҡландырҙы. Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары Динә Урманшина, Алһыу Әбделмәнова, Илнара Иҙрисова призлы урындар яуланы. “Минең ғаиләм башҡорт телендә шиғырҙар уҡый” тигән исем аҫтында видеосюжеттар конкурсы ла йәнле уҙҙы. Был бәйгелә Талбазы башҡорт гимназияһынан Булат Бикәнәсовҡа тиңләшеүсе булманы. Конференцияла Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Талбазы башҡорт гимназияһына шағирҙың исемен биреү, уның исемендәге урам, махсус премияһын булдырыу тәҡдиме лә яңғыраны.