Ауырғазы районында «Өршәк буйы уйындары» байрамы уҙа

Ауырғазы районында «Өршәк буйы уйындары»  байрамы уҙа

7 июлдә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә «Өршәк буйы уйындары» төбәк байрамына уҙа. Байрам программаһында халыҡ уйындары, төрлө конкурстар, көрәш һәм башҡа спорт ярыштары ҡаралған, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, райондың ижади коллективтары сағыу концерт әҙерләй.
Ойоштороусылар – Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ауырғазы районы хакимиәте, Төрөмбәт яҡташтар берлеге, БР Көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы.
Ойоштороусылар үҙенсәлекле, башҡа байрамдарға оҡшамаған, Мең ырыуы башҡорттары йолаларына нигеҙләнгән байрам вәғәҙә итә.
Өршәк буйы уйындары 7 июлдә  10.30 башлана. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb