Ауырғазыла “Өршәк буйы уйындары” исемле сара уҙғарылды

Ауырғазыла “Өршәк буйы уйындары” исемле сара уҙғарылды

Күптән түгел Ауырғазыла “Өршәк буйы уйындары” исемле сара уҙғарылды. Төбәк байрамында Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары вәкилдәре ҡатнашты.

Байрам программаһында халыҡ уйындары, төрлө конкурстар, көрәш һәм башҡа спорт ярыштары ҡаралғайны. Мең ырыуы йәштәре өсөн айырым майҙанда мәғариф форумы ойошторолдо. Байрам башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерты менән тамамланды.

Быйылғы сара Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ауырғазы районы хакимиәте һәм Төрөмбәт яҡташтар берлеге тарафынан ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb