Ay Yola төркөмө ағзаларына юғары исемдәр бирелде

Ay Yola төркөмө ағзаларына юғары исемдәр бирелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ay Yola төркөмө музыканттарына юғары исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте.

– Республиканың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға булды. Өфөнән “Ay Yola” этномузыкаль төркөмө “Һомай” хиты менән тиҙ арала донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында беренсе урынға сыҡты, тине Радий Хәбиров. – Был бик яҡшы, таныштарым уларҙың клиптарын, яңылыҡтарын ебәреп тора. Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн артистарға маҡтаулы исемдәр бирергә ҡарар ителдеРинат Рамаҙановҡа  “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, Адель менән Руслан Шәйхетдиновтарға – "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы".

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb