Азат Айытҡоловтың юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ!

Азат Айытҡоловтың юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ!

Халҡыбыҙҙың яратҡан, уның сәхнәләргә сығыуын көтөп алған мәшһүр ҡурайсыбыҙ Азат Миңлеғәли улы Айытҡоловҡа – ошо көндәрҙә 60 йәш тулды.
Инструменталь башҡарыу сәнғәтенең классик традицияларын дауам итеүсе виртуоз һәм иң моңло ҡурайсы тигән дан алған Азат Айытҡоловтың репертуарында “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Тәф­тиләү”, “Таштуғай”, “Уйыл”, “Урал”, “Шәүрә”, “Йәйәүле Мәхмүт”, “Сәлимәкәй”, “Хисам”, “Зөлхизә”, “Ҡаһым түрә”, “Зәлифәкәй”, “Томан” кеүек оҙон көйҙәр ҙә, “Сыңрау торна”, “Зарифа”, “Мөғлифә”, “Суҡ муйыл”, “Перовский”, “Порт-Артур” кеүек йыр-бейеү көйҙәре лә бар.
Уларҙың күбеһе тап Азат Айытҡоловтың юғары халыҡсан кимәлдә башҡарыуында йыр-моң һөйөүселәр хәтерендә һаҡлана. Халыҡ йырҙарынан тыш күңеленә ятҡан моңло эстрада йырҙарын да уйнарға ярата Ҡурайсы.
Ҡанаттар осҡанда нығый тигән кеүек, Азат Айытҡоловты ла кисерештәр һәм хеҙмәт тулы ижад йылдары тәжрибәһен арттыра, яңы бейеклектәргә күтәрә. 1980 йылда уҡ ул ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсында Гран-при яулай, 1986 йылда – халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсында дипломант, 1991 йылда – Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр, 2000 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларына лайыҡ була. 1991 йылда – “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, 1998 йылда “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” тигән юғары исемдәр бирелә уға. Иң мөһиме – халыҡ һөйөүе, арҙаҡлы ҡурайсыны хөрмәт итеүе.

Күптән түгел мәшһүр ҡурайсы һәм танылған тәжрибәле педагог Азат Айытҡолов Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факультеты деканы булып эшләй башланы.

10 мартта “Башҡортостан” концерт залында Азат Айытҡоловтың 60 йәшлек юбилейына арналған ҙур кисә үтәсәк. Тамаша киске сәғәт  7-лә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb