Азат Айытҡоловҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды

Азат Айытҡоловҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды

Кисә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡоловтың 65 йәшлек юбилейы айҡанлы  “Һинең ҡурай моңло ла, һинең ҡурай серле лә” тип аталған байрам концерты үтте.

Ҡурайсыны уның ижадташ һәм сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, филармония солистары һәм коллективтары ҡотланы.

БР Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уҡып ишеттерҙе һәм Азат Миңлеғәле улына Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

"Был орден башҡорт ҡурайына тапшырылды," — тине данлыҡлы ҡурайсы.

Азат Айытҡоловты юбилейы менән ҡотларға Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ райондарынан вәкилдәр килде. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғ. Яҡупов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Юбилярҙың байрам концерты ҡурай байрамына әйләнде. Данлыҡлы ҡурайсы менән бер сәхнәлә үҙе етәкләгән филармонияның ҡурайсылар ансамбле, Өфө сәнғәт институты уҡытыусылары, Халыҡ ҡоралдары милли оркестры сығыш яһаны. Илаһи ҡурай моңо менән серле орган музыкаһын берләштергән ике маэстроның  Азат Айытҡолов менән Владислав Мортазин дуэты барыһын да таң ҡалдырҙы.

Юбилярға бүләк итеп ике ейәнсәре Дияна менән Динә Айытҡоловалар “Күҙ нурым” йырын башҡарҙы.

Шулай уҡ Азат Айытҡолов менән бер ваҡытта ижад башлаусы сәхнәләш дуҫтары – Ишморат Илбәков, Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Зөлфиә Ҡудашева, Рэм Гәрәев сәхнәгә сыҡты.

“Илһам сығанағы ла, ата-бабалар менән бәйләүсе еп тә, иң тоғро серҙәш тә, йәштәргә бирер тәрбиә һәм васыят та ул - ҡурай” – тип белдерҙе башҡорт халҡының данлыҡлы ҡурайсыһы Азат Айытҡолов.

Азат Айытҡоловҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды
Азат Айытҡоловҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды
Азат Айытҡоловҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb