Азат Биҡсурин «QРАЙ» концертына саҡыра

Азат Биҡсурин «QРАЙ» концертына саҡыра

25 ғинуарҙа  19.00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 27 адресы буйынса урынлашҡан "Мusichall27" да Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, билдәле һәм талантлы ҡурайсы Азат Биҡсурин «QРАЙ» исемле концерт программаһын тәҡдим итә.

Кисәлә ҡурайҙа этника, донъя хиттары,  донъя классикаһы һәм еңелсә  джаз яңғыраясаҡ. Шулай уҡ «Сураман» этно төркөмө,  "Ағиҙел" оркестры, «Премьер» вокал төркөмө - Руслан Сәйфетдинов һәм  Вадим Зәкиев, Аяз Нухов – ҡыл ҡубыҙ, Артем Ларионов – дудукта сығыш яһаясаҡ. Екатерина Король ябай ҡом менән һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтәсәк, ә Миләүшә Хәйбуллина бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе бирәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb