Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышында хәрби дирижер, Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Өлгөлө оркестры начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, полковник Азат Шахмөхәмәтов илһөйәрлек тәрбиәһе һәм репертуар тураһында доклад менән сығыш яһаны.
2021 йылда илдең алдынғы хәрби-ижади коллективтарының береһе 50 йыллығын билдәләне, уның составында тынлы һәм симфоник оркестрҙар бар. Коллектив күп тапҡыр Ҡыҙыл майҙанда хәрби парадта һәм башҡа дәүләт сараларында ҡатнашҡан.
- Хәҙер илһөйәрлек темаһы айырыуса көнүҙәк. Хәрби-тынлы оркестр – илһөйәрлек һәм сәнғәтте киң массаға еткереүсе. Бөгөн дүрт яҡташыбыҙ Мәскәүҙә төп оркестрҙар менән етәкселек итә. 1943 йылда Өфөлә музыкаль тәрбиә биреү гимназияһының мәктәп-интернаты булдырылған. Ошо осорҙан уны тамамлаусылар Рәсәйҙең хәрби музыканттары һәм дирижёрҙары сифатында ҡораллы көстәр сафын тулыландыра. Был патриотик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш, - тип билдәләне дирижер.
Азат Шахмөхәмәтов Радий Хәбировҡа генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыуҙа һәм "Геройҙар ваҡыты" хәрби-патриотик йырҙар конкурсын ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Тынлы хәрәкәткә булышлыҡ итеү музыканттар өсөн бик мөһим. Оркестр тере аудитория алдында сығыш яһағанда халыҡ уны бик йылы ҡабул итә. Әгәр конкурс форматы киңәйһә, бөтә илдән оркестрҙарҙы ла саҡырыу мөмкинлеге тыуыр ине. Шулай уҡ сығарылыш синыфы уҡыусылары республикала эшләй башлаһын өсөн музыканттарға уңайлы шарттар булдырырға кәрәк, - тип билдәләне Азат Ғәли улы.