«Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Кунафин Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына бағышлап сығарылған ике томлыҡ китап бүләк итте.
Китап «Аҡмулла арбаһы» проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығы грантына баҫылып сыҡты. Ике томлыҡ йыйынтыҡҡа төрлө йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баҫылған 100 башҡорт яҙыусыһының 100 хикәйәһе ингән. Беренсе томға Дауыт Юлтый, Имай Насир, Али Карнай, Төхвәт Йәнәби, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Мәжит Ғафури кеүек күренекле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре тупланған. Икенсе томға шулай уҡ хәҙерге заман һәм йәш яҙыусыларҙың хикәйәләре ингән.
Йыйынтыҡты әҙерләүселәре: Мөнир Ҡунафин (баш мөхәррир), Әмир Әминев (автор-төҙөүсе), Луиза Кирәева, Әхмәр Үтәбаев, Гөлнара Хәлфетдинова, Салауат Әбүзәров.