20 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры бинаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Илсөйәр Ғәзетдинованың күркәм юбилей тантанаһы булып үтте. Бар ғүмерен театрға бағышлаған, тиҫтәләрсә образдар ижад иткән актриса әле лә сәхнә түрендә.
Юбилярҙы ҡотлау өсөн дуҫтары, яҡындары, яратҡан тамашасылары йыйылғайны. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова БР Хөкүмәте Премьер-министры С.Т. Сәғитов исеменән ҡотлау хаты тапшырып юбилярҙы тәбрикләне. Өфө ҡалаһы ҡала округының башлыҡ урынбаҫары С. Баязитов Илсөйәр Ғәзетдинованы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Ғәзетдинова Илһөйәр 1968 йылда Дүртөйлө районының Исмаил урта мәктәбен тамамлай һәм Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын да тамамларға тура килә актрисаға.
Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы 1972 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Эшләгән дәүерендә тулы образдар галереяһы булдыра: Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында Йәмилә,И. Абдуллиндың «Тиле йәшлек» спектаклендә Һандуғас, М. Фәйзи мелодрамаһында Ғәлиәбаныу, Н. Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» спектаклендә Гөльямал, Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр» — «Черноликие», Ғ.Әмири һәм В. Г. Ғәлимов, М.Ғафури повесы буйынса), Зөлхәбирә («Айгөл иле»),Мостай Кәрим Шәфәҡ һәм Зөбәржәт («Ай тотолған төндә») һ.б.
Бик күп сағыу, күркәм образдары менән театр сәнғәте күгендә балҡыған яҡты йондоҙ ул Илсөйәр Ғәзетдинова.
Кисәлә сәхнә түренән Илсөйәр Ибраһим ҡыҙына бағышлап шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Актрисаның ижады һәм ғүмере тураһындағы «Ағиҙел ҡыҙы» китабын барыһы ла йылы ҡабул итте.
Гүзәл Багаева