«ФормАРТ» урам сәнғәте фестивале сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһында «Һыбайлылар» муралы барлыҡҡа киләсәк. Уны талантлы йәш рәссам Кирилл Ильин эшләй. Һүрәт торлаҡ йорттарҙың береһенең диуарына төшөрөләсәк.
Мурал генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының героик тарихына арнала. Дондан Эльбаға тиклем яу юлы үтеп, дивизия Юғары Баш командующий бойороҡтарында һуғышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткәндәр иҫәбендә 15 тапҡыр телгә алына.
Дивизияның 3860 яугире орден һәм миҙал менән бүләкләнгән, уларҙың 78-е Советтар Союзы Геройҙары, бишәүһе Дан орденының тулы кавалера.