11 майҙа Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге вәкиллеге ярҙамында “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге “Бер кем дә онтолмаған! Бер нәмә лә онотолмаған!” акцияһы менән Липецк өлкәһенең Тербун районына сыға. Был ерҙәр өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың йәй аҙағында ҡаты һуғыштар алып барған, бик күп яугирын юғалтҡан.
Сәфәрҙең маҡсаты – был райондағы яу үткән ерҙәрендә бығаса булмаған профессиональ эҙәрмәнлек-разведка эшмәкәрлеге алып барыу һәм 1961 йылда төҙөлгән һәйкәлде һәм яңы обелискыны реконструкциялауға инвесторҙар йәлеп итеү өсөн туғандар ҡәберлеге эргәһендә акция-митинг үткәреү, һуңынан урындағы властар, Бөйөк Ватан һуғышы шаһиттары менән осрашыу, уларҙан шайморатовсылар тураһындағы иҫтәлектәрҙе яҙып һәм видеоға төшөрөп алыу, “Аҡ тирмә” концертын ҡуйыу.
Акцияла БР Яҡташтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, РФ Федерация Советы ағзаһы, сенатор Р. Н. Зинуров, ошо уҡ ойошманың Офицерҙар клубы етәксеһе, Рәсәй Геройы Р. Р. Ихсанов, эҙәрмәндәр отряды етәксеһе, “Военная археология” журналы мөхәррире А. Торгашев ҡатнаша.
Беҙ, “Аҡ тирмә” Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге былтыр ике тапҡыр 112-се Башкавдивизия эҙҙәре буйлап Липецк районының Икенсе Тербун, Озерки, Борки ауылдарында булдыҡ. Икенсе Тербун ауылында нигеҙҙә кавалерия дивизияһы яугирҙары ерләнгән туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған һәйкәл реставрация талап итә. Тербун район хакимиәте башлығы Сергей Николаевич Барабанщиков яҡын арала һәйкәлде реставрациялау һәм ошо ерҙәр өсөн ҡаты алышта һәләк булған кавалеристарҙың элекке һәм яңы асыҡланған (З. Вахитов тарафынан архивтарҙан табылған һәм әлегә бер генә обелискыла ла яҙылмаған хәбәрһеҙ юғалған 131 яугирҙың исеме) исемлек менән яңы обелиск ҡуйыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә риза. Әммә был сара ҙур сығымдар талап итә.
Шуға күрә шайморатовсыларҙың яҡты иҫтәлеген хәтерҙәрендә һаҡлаған һәм битараф булмағандарҙың барыһына ла, шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, РФ Дәүләт Думаһы депутаттарына ошо изге һәм сауаплы эшкә үҙ өлөштәрен идререүҙәрен һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ.
Беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ, ерҙә тыныслыҡ урынлаштырыу хаҡына миллиондарса ғүмер менән түләнгән һуғыш, Еңеү яулаған ҡаһармандар хаҡында оноторға тейеш түгелбеҙ. Тыуған ил өсөн йәнен фиҙа ҡылған һәр һалдатты иҫтә тотайыҡ! Башҡортостан Республикаһының үҙен ихтирам иткән һәр гражданы, республикала тыуып, бөгөн ситтә йәшәгән һәр кеше 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарманлығын оноторға тейеш түгел!
Сығанаҡ: http://kurultay-ufa.ru