“Аҡбуҙат” балалар журналының махсус һаны донъя күрҙе

“Аҡбуҙат” балалар журналының махсус һаны донъя күрҙе

“Аҡбуҙат” балалар журналының махсус һаны донъя күрҙе. Ул 2000 дана менән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында баҫтырылды. Махсус һанды Пермь крайының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге таратырға ярҙам итә. Журнал сағыу, ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле килеп сыҡты ти тарихи-мәҙәни үҙәктең методисы З. Махатова.

Журналдың махсус һаны “Ғәйнәләр. Минең халҡым. Телем һәм тарихым” проекты сиктәрендә баҫтырылған.

Проект БР граждандар йәмғиәтенә ярҙам күрһәтеү фонды, “Башҡортостан” Матбуғат йорто, “Яңырыу” башҡорт халҡына ярҙам күрһәтеү фонды һәм Пермь крайы губернаторы хакимиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb