Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Аҡбуҙат” рок-операһының премьераһы!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 17 октябрь 2016
“Аҡбуҙат” рок-операһының премьераһы!
Егет, атҡан һунарың
Өйрәк түгел, белһәң һин,
Күлдә йөҙөп уйнаған,
Данлы Шүлгән батшаның
Йәндәй күргән ҡыҙы мин.
Башҡорт халыҡ эпосы “Аҡбуҙат”
Аҡбуҙат- башҡорт мифологияһында кешегә ярҙам итеүсе, уны ҡурсалаусы ҡанатлы, илаһи толпар. Эпостарҙа Аҡбуҙат «күктә тыуып, күктә үҫкән, һөйләшә алған, ҡылдары тылсымлы көскә эйә булған ат».
Ҡайһы бер эпостарҙа Аҡбуҙат һыу аҫты донъяһынан сыҡҡан ат. Ышаныуҙар буйынса, Аҡбуҙат мал ҡото.
Уралдағы йылҡыларҙы ла күл төбөнән алып сыҡҡан ат ул. Шүлгән мәмерйәһендә әле лә Аҡбуҙат рухы йәшәй, тиҙәр. Ул кешегә ат йәки аҡ һынлы һыбайлы булып күренә икән.
Рус дәүләт академия драма театрында Президент грантына билдәле башҡорт эпосы буйынса мюзиклдең премьераһы булып уҙҙы. Мюзиклды ҡуйыуға илдең иң яҡшы рәссамдары һәм композиторҙары йәлеп ителгән.
Рус дәүләт академия драма театрының мөрәжәғәте буйынса Рәсәй йырсыһы Алексей Кортнев “Аҡбуҙат” эпосы нигеҙендә рок-опера яҙа.
Билдәле музыкант таныуынса, әлегә уның этник музыка менән эш иткәне булмаған.
Башҡорт эпосы ижади карьераһында тәүге ошондай һынау. Йырсы либретто яҙыуҙан тыш, уны башҡарасаҡ кешеләрҙе лә үҙе һайлай.
Рок-операға музыканы Сергей Чекрыжов, ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов һәм костюмдар буйынса рәссам– Сергей Илларионов.
Рок-операның режиссеры РФ һәм БР ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рус дәуләт драма театрының художество етәксеһе- Михаил Рабинович.
“Борон-борон заманда, атаһы үлгәс, әсәһе юғалғас, Һәүбән тигән бер бала биш-алты йәшендә етем ҡалған, ти. Ауыр эш эшләргә йәш булғас, өйҙән-өйгә йөрөп, йөҙ һыуын түгеп, һоранып тамаҡланып көн күргән, ти. Көндәрҙән бер көндө ул яланға сығып киткән. Туғайҙағы шишмәне — күлдәй, әрмәнде тауышын — туйҙай, әттек, йыуа, ҡуҙғалаҡты һыйҙай күреп ҡыуанған. Бара торғас, ҡурай тауышы ишетеп, шаңлаған да шул яҡҡа, табан ыҡлаған, һаҙлыҡтар кисеп, үҙән буйлап Иҙелгә ҡарай атлаған, ти...”
Башҡорт халҡының милли һабантуй байрамын сәхнәләштереүҙән башланып китте “Аҡбуҙат”, махсус экран ярҙамында йәнле тәбиғәт, ауыл халҡы һүрәтләнде. “3D-mapping” технологияһы ярҙамында спектакль өсөн бер-нисә сәғәтлек видео төшөрөлгән. Тамашасылар бәләкәй Һәүбән һәм Нәркәс менән танышты, ҙур Һәүбән ролен Михаил Павлов, Наркэс ролен Айгуль Кинйәбулатова уйнаны.
“Аҡбуҙат” та 50- гә яҡын артист ҡатнаша. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһынан вокалистар, балет группалары йәлеп ителгән.
Мөхәббәт, рух көсө күтәрелгән был мәңгелек тарих тамашасылар тарафынан йылы алҡыштарға күмелде. Аяҡ өҫтө баҫып ҡул сапҡан тамашасылар-спектаклдең һәр ваҡыт аншлаг менән барыуын, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашына әүерелерҙәй мюзикл булыуына шик ҡалдырмай.
Бөгөн дә, йәғни 17 октябрь көнө Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә “Аҡбуҙат” рок-операһын ҡарай алаһығыҙ.
Гүзәл Багаева
Фотоальбом өсөн сығанаҡ:
https://vk.com/album-32478494_236738476
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө