Аҡбуҙатҡа һәйкәл өҫтөндә эштәр тамамлана

Аҡбуҙатҡа һәйкәл өҫтөндә эштәр тамамлана

Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе янында урынлаштырылған Аҡбуҙат һәйкәле өҫтөндә эштәр тамамланып килә. "Таш билбау" Касли предприятиеһы белгестәре суйын композицияны тағы бер тапҡыр – был юлы һуңғы тапҡыр буянылар. Аҡбуҙат Бөрйәнгә тиклем оҙон юл үтте һәм ҡанаттары тирәһендә тутыҡ эҙҙәре барлыҡҡа килгәйне. Белгестәр был мәсьәләне уңышлы хәл итте. Өс тонналыҡ скультура яңырып ҡалды.

Әйткәндәй, Аҡбуҙаттың бер ҡанаты ғына 200 килограмм ауырлығында. Ике ҡанаты араһында арауыҡ 3 метрға тиң. Һәйкәлдеңың авторы – Өлфәт Ҡобағошов.

БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин белдереүенсә, илдәге яңы короновирусҡа бәйле хәлгә ярашлы, скульптураны асыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа был сара йәйгеһен булыуына өмөт белдерҙе Данир Әхмәҙи улы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb