Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы 1966 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған. 1991 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 2001-ҙә - Өфө Дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. 1991 йылдан алып «Таусы» мәҙәниәт йорто, 1998 йылдан – Башҡорт филармонияһының Нефтекама филиалы, 2003 йылдан алып Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йәдкәр» фольклор ансамбле солисы, ә 2005-тән башлап «Ихлас» эстрада төркөмө етәксеһе. 2014 йылда төркөмдөң исеме «Сармат»ҡа үҙгәртелә, бөгөн ул Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге эстрада төркөмө.
Радик Вәлмөхәмәтов - киң диапазонлы көр тауышлы йырсы, башҡарыу сәнғәте тәьҫирлелек һәм сағыу образлылыҡ менән айырылып тора. Уның репертуарында Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов йырҙары, башҡорт «Ильяс», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал», «Эскадрон», татар «Сарман», «Шахта» халыҡ йырҙары һәм һ.б. «Атай-әсәйҙәрҙе онотмайыҡ», «Аҡсарлаҡ», «Аҡ болоттар», «Әйҙә әле, йырлап үтәйек», «Ҡәнәферҙәр», «Әллә ниңә һине юҡһынам» һ.б. йырҙары күптән инде халыҡ һөйөүен яулаған.
«Урал моңо» башҡорт йәштәре республика конкурсы фестивале (1993), «Яҙғы моңдар» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар (1995), «Туған тел» татар йырҙарын йәш башҡарыусылар конкурстары (2008), «Дуҫлыҡ йыры» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале (1995, Нефтекама ҡ.), «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк конкурсы (Сибай ҡ., 1997) һәм башҡалар лауреаты. Халыҡ-ара төрки телле халыҡтар фестивалендә ҡатнаша (Ялова ҡалаһы, Төркиә, 2004 й.), Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.
10 мартта, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк Радик Вәлмөхәмәтовтың юбилей концертында тамашасы һөйөүен яулаған йырҙары менән бер рәттән яңылары ла, көтөлмәгән дуэттар, моңло ҡурай, баян көйҙәре яңғыраясаҡ, дәртле бейеүҙәр тамашаға йәм оҫтәр.
Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле тамашасылар!
Алып барыусы – Зөлфир Басыров
Режиссеры – Илшат Ғәлимйәнов
Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева
Белешмәләр өсөн телефон: 7(347) 250 77 42