Бәлешкә һәйкәл ҡуйылды

Бәлешкә һәйкәл ҡуйылды

Бүздәк ауылында «БәлешФест-2022» милли аш-һыу фестивалендә 350 килограмм ауырлыҡтағы металл бәлеш барлыҡҡа килде. Скульптура милли ҡамыр ашы формаһында эшләнгән. Бәлеш - батмус һәм һөлгөлә, ә батмус металдан яһалған ҡурай һабаҡтарында ята. Арт-объектты урындағы оҫта Илһам Бәғҙәнуров эшләгән. Макеттың авторы - Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының атҡаҙанған рәссамы Вәкил Шәйхетдинов.

Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли аш-һыу фестивале «БәлешФест-2022» Бүздәк районында 20 августа үтте.  Байрам өсөн махсус бешерелгән 100 килограмлыҡ бәлеш сараның төп символына әүерелде.

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, “Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Римма Үтәшева, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Флүзә Ғайсина һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Фестиваль Президент гранттары фонды ярҙамында уҙғарылды.

Бәлешкә һәйкәл ҡуйылды
Бәлешкә һәйкәл ҡуйылды
Бәлешкә һәйкәл ҡуйылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb