Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә Краснокама районы сығыш яһай

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә Краснокама районы сығыш яһай

Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә. Бөгөн Өфө сәхнәһендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Краснокама районы презентациялана.

Краснокама районында тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан һәр милләт вәкиле осрашыуға саҡырыла.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Краснокаманың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция тәҡдим ителәсәк.

Сараға рәхим итегеҙ, инеү бушлай. 

Краснокама районы- ике оло йылға – Кама менән Ағиҙел осрашҡан ерҙә урынлашҡан. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда  башҡорттар — 31,3 %, мариҙар — 26,5 %, татарҙар — 25,8 %, урыҫтар — 14,7 %, башҡа милләт вәкилдәре йәшәй.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb