Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Бөгөн Өфөлә билдәле рәссам Петр Кончаловскийҙың “Төрлө сәскәләр” («Всякие цветы”) картинаһының күргәҙмәһе асылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 10 ноябрь 2016
Бөгөн Өфөлә билдәле рәссам Петр Кончаловскийҙың “Төрлө сәскәләр” («Всякие цветы”) картинаһының күргәҙмәһе асылды
Бөгөн, 10 ноябрь көнө, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рус импрессионизмы Музейының (Мәскәү) “Китапханала картина” проекты сиктәрендә билдәле рәссам Петр Кончаловскийҙың “Төрлө сәскәләр” («Всякие цветы”) картинаһының күргәҙмәһе асылды. Картина 1939 йылда төшөрөлгән.
Программа Рус импрессионизмы Музейы һәм Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә уҙғарыла.
Сараны асыу тантаныһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратова, Рус импрессионизмы Музейының директоры Юлия Петрова, Балалар белемен үҫтереү һәм булышлыҡ итеү Фонды директоры Минзәлә Ишморатова сығыш яһаны.
“Китапханала картина” проекты региональ күргәҙмә программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Музей коллекцияһын тәшкил иткән импрессинизм ҡомартҡыларын региональ китапханаларҙа күрһәтеү идеяһы Гениева Екатерина Юрьевнала тыуа. Ул- Рус импрессионизмы Музейының бағыусылыҡ советы ағзаһы, Бөтә Рәсәй дәүләт Сит әҙәбиәте китапханаһының генераль директоры.
Һуңғы ике йылда Саратов, Воронеж, Санкт-Петербург, Ульяновск, Екатеринбург һәм Великий Новгород ҡалаларында йәшәүселәр музей коллекцияһы картиналары менән танышҡан да инде.
Өфө - иҫәп буйынса “Китапханала картина” проектының етенсе майҙаны. Проект сиктәрендә өфөлөләргә Петр Кончаловскийҙың “Төрлө сәскәләр” («Всякие цветы” Сәскәләр һәм һыуһиптергес менән натюрморт) картинаһы тәҡдим ителә. Был сара Минзәлә Ишморатованың балалар белемен үҫтереү һәм булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында үткәрелә.
Ағымдағы йылдың октябрь айында Великий Новгородта рәсем күрһәтелә башлай һәм Рәсәй региондары буйлап бөгөнгө көнгә тиклем сәйәхәт дауам итә.
Быйыл бөйөк рәссам Петр Кончаловскийҙың тыуыуына 140 йыл тула. Ошо уңайҙан Рус импрессионизмы Музейы был картина күргәҙмәһен ойошторған да инде.
Петр Кончаловский хәҙерге заманды ҡабул итә белгән, эксперименттары менән таң ҡалдырыусы ХХ быуат башы сәнғәтенең иң төп провакаторы булып иҫәпләнгән. Шулай уҡ һәләтле рәссам картиналарҙа рус традицияһына тоғро ҡала белгән. Һүрәттәрҙә тормоштоң тулылығын, бәхеттең киңлелеген тойоп була.
Рәссамдың һыу буйындағы һылыу ҡыҙҙар, алма ағасының сәскәгә тулған мәлен, йәшелсә-емеш, сәскә гөлләмәләре һүрәтләнгән картиналарҙа йәнлелек сағыла. Һүрәттәге сәскәләрҙең баҙыҡ төҫтәре аша нескәлекте тойомларға мөмкин. Рәссам ябай ғына сәскәләрҙе киндер туҡымаға һалмаған. Оҫтаның натюрморттарында: тирә-яҡтағы предметтар менән тулы тормоштағы кешенең тойғолары һәм хистәре.
Өфөлә йәшәүселәр ике аҙна дауамында бөйөк картина менән һоҡлана ала, шулай уҡ күргәҙмә сиктәрендә һынлы сәнғәт донъяһына битараф булмаусылар өсөн төрлө мастер-кластар ойоштороу ҡаралған.Билдәле рәссамдың ижадына бағышланған экскурсияларҙа ҡатнашыу, лекциялар тыңлау мөмкинселеге лә буласаҡ.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө