Бөгөн 27-се Халыҡ-ара Аксаков көндәре башланды

Бөгөн 27-се Халыҡ-ара Аксаков көндәре башланды

Башҡортостанда бөгөн 27-се Халыҡ-ара Аксаков көндәре башланды. Байрам саралары баш ҡаланан тыш, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында үтәсәк.

Күләмле саралар бөгөн Өфө районының Рус тарихи-мәҙәни үҙәгендә "Һунарсы яҙмалары" китабы буйынса интерактив күргәҙмә менән асыласаҡ, ти ойоштороусылар. Иртәгә байрам Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй райондарында уҙасаҡ. 30 сентябргә мәктәптәрҙә Аксаков дәрестәре, Аксаковтың Мемориаль Йорт-Музейына экскурсия, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков балы һәм "Ал сәскә" балетының премьераһы күрһәтеләсәк.  

Мәғлүмәт өсөн: Аксаков байрамы яҙыусы Сергей Тимофеевия Аксаковтың тыуған көнө – 1 октябрь алдынан 1991 йылдан алып үткәрелеп килә. Тәүгеһе 1991 йылда халыҡ-ара ЮНЕСКО ойошмаһы башланғысы менән Аксаков йылы иғлан итеү айҡанлы уҙғарылғайны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb