Бөгөн "Ашҡаҙар" радиоһына - 8 йәш

Бөгөн "Ашҡаҙар" радиоһына - 8 йәш

Бөгөн “Ашҡаҙар” радиоһы тыуған көнөн билдәләй. Радиоканал 2010 йылдың 7 февралендә асыла.

Республикабыҙҙың төп радиоканалы, һуңғы йылдарҙа үрсеп киткән каналдарҙан айырмалы рәүештә, тиңе булмаған рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзия, театраль асыштар, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Ошо эште тағы ла киңәйтеү, республикабыҙҙың мәҙәни тормошон тулыраҡ сағылдырыу, һоҡланғыс шәхестәре, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра барыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында ойошторола  «Ашҡаҙар» радиоканалы.

Каналда яңғыраған тапшырыуҙар республикабыҙҙың мәҙәни тормошон мөмкин тиклем тулы кимәлдә сағылдырыуҙы төп маҡсат итеп алған. Уларҙы әҙәбиәт, музыка, театр, ғилем донъяһы, халыҡ ижады өлкәһенән белгестәр үҙҙәре әҙерләп алып барыуы мөһим һыҙаттарҙың береһе.
«Ашҡаҙар» радиоһы тулҡындарында тулы нәүбәтендә әҙәби әҫәрҙәр, радиоспектаклдәр яңғырай. «Түңәрәк өҫтәл» артында төрлө мәсьәләләр күтәрелеп, уртаға һалып һөйләшеүҙәр ойошторола, премьералар яңғырай, халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре хаҡында ижади портреттар әҙерләнә, үҙэшмәкәр коллективтар ҡунаҡҡа килә. Тыуып-үҫкән еребеҙҙең мөғжизәгә тиң урындары хаҡында әҙерләнгән тапшырыуыбыҙ донъя күрә килә. Республикабыҙҙың матбуғат сараларына махсус ваҡыт бүленгән. Балаларҙы классик музыка өлгөләре менән таныштыра барабыҙ, өлкәндәр өсөн дә классик көйҙәр, донъяның, республикабыҙҙың билдәле композиторҙары әҫәрҙәрен яңғыратыусы махсус программа бар. Башҡортостан радиоһының Алтын фондында һаҡланған тапшырыуҙар «Ашҡаҙар» тулҡындарында яңы һулыш ала.

Музыкаль биҙәлеште халыҡ йырҙары, классик, инструменталь көйҙәр, ваҡыт һынауы аша үткән эстрада йырҙары, зауыҡлы заманса йырҙар тәшкил итә.

Каналда ысын мәғәнәһендә илен, телен, халҡын яратыусы оҫта журналистар, режиссерҙар эшләй.

Радио 66,68 УКВ йышлыҡтарында эфирға сыға.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb