Башҡортостанда II «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале уҙғарыла. Ике көнлөк сара бөгөн Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһы буйында старт ала. Бөрөнән алыҫ түгел Силантьево ауылы эргәһендә ойошторола.
Фестивалде ойоштороусылар — Башҡорт дәүләт университеты, БДУ-ның Бөрө филиалы, «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клубы.
Фестивалдә төрлө дәүерҙәрҙең: XIII быуат русичтары, XIV быуат рыцарҙары-госпитальерҙары, XVII быуат хеҙмәтселәре менән Рус дәүләте уҡсылары, 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя һуғышы һәм Икенсе донъя һуғышы осоро рус һалдаттарының яландағы тормошо күрһәтеләсәк.
Фестиваль барышында хәрби-ялан лагерҙары, тарихи йәрминкә, факультеттарҙың оҫталыҡ дәрестәренең, анимация төркөмдәренең интерактив майҙансыҡтары эшләйәсәк. Конкурстар, спорт ярыштарын уҙғарыу ҡаралған. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында иң яҡшы хәрби-ялан лагерына смотр-конкурс, шулай уҡ «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаһы: тарих һәм хәҙерге заман» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ.