Башҡортостандың халыҡ артисы, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы Миңниса Бакирова бөгөн күркәм юбилейын билдәләй.
Миңниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова 1947 йылда Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында тыуа. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. 1970 йылда тамамлап, ире Филарит Бакиров менән Салауат башҡорт драма театрына эшкә ҡайталар, ә инде 1991 йылдан – Стәрлетамаҡ театры актрисаһы.
Актрисаның иң сағыу образдары – Тауҡай (“Онотолған доға”, Ф. Бүләков), Рәхимә (“Буш сәң¬гелдәк”, И. Йомағолов), Тайба (“Мөхәббәт ҡоштары”, И. Йомағолов), Фатима, (“Насретдиндың биш ҡатыны” И. Садиҡов), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау” М. Кәрим), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”, М. Фәйзи), (“Ай булмаһа, йондоҙ бар...”, Т. Миңнуллин), Суфыя (“Аҙашҡан ҡунаҡ”, Н. Птушкина) һәм башҡалар.
Бөгөн Ниса Бакирова – Стәрлетамаҡ театрында бай тәжрибәле актриса ғына түгел, ә республика, хатта Рәсәй театр сәнғәте күгендәге яҡты йондоҙ, башҡорт сәхнәһенең примаһы ул. Әле лә ул сәхнәлә төп ролдәрҙә, ә коллегалары араһында – ихтирамлы сәхнә оҫтаһы.
Миңниса Миңлевәли ҡыҙын ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ижади үрҙәр теләйбеҙ.