Бөгөн Дыуан районында "Берҙәмлек" халыҡ-ара фестивале асыла. Быйыл мәҙәни сараны Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары: Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай ҡабул итә һәм 12 июнь көнө Өфөлә гала-концерт менән тамамлана.
Фестивалгә Эстония, Бразилия, Шри-Ланка, Һиндостан, Испания, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡытай һәм Корея кеүек илдәрҙән ҡунаҡтар көтөлә, 200-гә яҡын ҡатнашыусы йәлеп ителгән. Байрам сараһында Мексиканың Мехико штатының фольклор балеты сығыш яһаясаҡ.
Фестиваль Башҡортостан республикаһында үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып уҙғарыла. «Берҙәмлек – Содружество» Халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә мөһим сараларҙың береһе һанала. Ул халыҡ ижадын, кәсептәрен, биҙәү - ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу, ижади коллективтар менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыу, төрлө мәҙәниәт һәм йолалар менән таныштырыу, мәҙәни яңылыҡтар менән уртаҡлашыу кеүек изге маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала.
Быйылғы Халыҡ - ара берҙәмлек байрамын В.Д.Поленов исемендәге Рәсәй Халыҡ ижады йорто, Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады йорто, Өфө ҡалаһы Хакимиәте, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат һәм Балаҡатай райондары ойоштора.
Гүзәл Багаева