Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллинға-55 йәш

Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллинға-55 йәш

Бөгөн , 9 февраль көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, атаҡлы бейеүсе, балетмейстр, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллин күркәм юбилей-55 йәшен билдәләй.

Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллин 1963 йылдың 9 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1984 йылда Мәскәү сәнғәт институтын (педагогы И. В. Смирнов) тамамлай, 1998 йылда — РАТИ (педагогы Е. П. Валукин).

1985 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист, 1995 йылдан — баш балетмейстер, 1996—2000 йылдарҙа — художество етәксеһе була. Көнсығыш иҡтисад университетында тәүге хореография кафедраһын ойоштора, уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

2003—2004 йылдарҙа Айҙар Хизбулла улы — Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, 2005—2013 йылдарҙа — ансамбль балетмейстеры булып эшләй.

2015 йылдың 24 мартынан — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡара.

Башҡарған бейеүҙәре: «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Еҙ үксә» («Медный каблук»), «Бесәнселәр» («Косари»), «Ҡороҡсолар» («Укротители»), «Төньяҡ амурҙары» («Северные амуры») һ.б.

Айҙар Хизбулла улы һалған бейеүҙәр: "Башҡортостан йәшлеге","Күңелсәк", "Берлиндан ҡайтҡан саҡта", "Ай тотолған төндә", "Богема (Дж.Пуччини), "Салауат Юлаев", "Нәркәс" (Х.Ф.Әхмәтов) операларына бейеү һала.

“Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллинды ихлас күңелдән тәбрикләй, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, ижадында уңыштар юлдаш булыуын теләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb