Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Виртуоз…» фильмының исем туйы үтә

Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Виртуоз…» фильмының исем туйы үтә

Бөгөн-7 март көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтың тормошона һәм ижадына арналған “Виртуоз...” тигән документаль фильмдың исем туйы үтә.

Фильм «Башҡортостан» киностудияһында артистың тыуыуына 85 йыл тулыуға айҡанлы ижад ителгән.Кинотаҫманың режиссеры һәм операторы — Радик Килмәмәтов. Сара киске 7-лә башлана.

Белешмә өсөн: Роберт Заһретдинов 1932 йыл¬дың 16 декабрендә Мәсетле районының Әжекәй ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәсетле район мәҙәниәт йортонда баянсы булып башлай. Өфө сәнғәт училищеһын һәм Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлап, 1969 йылда Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡытырға килә. Тап ошо осорҙа ҡумыҙҙа уйнауға ҡыҙыҡһыныуы арта. Музыка ҡоралдарын үҙе яһай һәм камиллаштыра, уларҙың өр-яңы моделдәрен (шул иҫәптән электрон) эҙләй, ҡумыҙ менән думбыраның мөмкинлектәрен берләштергән ҡумбыраны уйлап таба. 

Р.А. Заһретдинов 1991 йылда Бөтә донъя традицион халыҡ инструменттары фестивалендә – “Донъяның виртуоз-ҡумыҙсыһы”, ә 1998 йылда “Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта” исеменә лайыҡ була. Был дәрәжә уға Австрия, Бельгия, Болгария, Голландия, Польша, Швейцария, Германия, Италия, Монголия, Норвегия һәм Финляндияның музыка уҡыу йорттарында оҫталыҡ дәрестәре алып барыу мөмкинлеген бирә.

Роберт Заһретдинов – илленән ашыу йыр һәм инструменталь пьеса, шул иҫәптән ҡумыҙ, ҡурай, баян өсөн әҫәрҙәр, “Ҡумыҙ”, “Башҡорттарҙың өзләү мәктәбе” китаптары, “Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе” уҡыу-методик ҡулланмаһы авторы. Оҙаҡ йылдар ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытты, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ҡумыҙсылар, өзләүселәр бәйгеләрендә жюри рәйесе булды, милли сәнғәтте танытыу менән әүҙем шөғөлләнде.

Талантлы музыкант, башҡорт халҡының данлы улы Р.А. Заһретдиновтың күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм өлгәшелгән уңыштары хаҡлы рәүештә “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемдәр, “РСФСР-ҙың халыҡ мәға¬рифы отличнигы” һәм “БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәләре менән баһаланды. Ул – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb