Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ел тыуҙырған моң...» тип исемләнгән ҡурай байрамы үтте

Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында  «Ел тыуҙырған моң...» тип исемләнгән ҡурай байрамы үтте

Бөгөн  Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында  «ЕЛ ТЫУҘЫРҒАН МОҢ…» тип исемләнгән ҡурай байрамы үтте.

«Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» проекты былтырҙан алып уңышлы эшләп килә. Уҙған йыл был проект менән артистар илебеҙҙең  Ҡурған, Ырымбур, Ижевск, Пермь, Магнитогорск, Силәбе, Мейәс һәм Мәскәү ҡалаларында булып ҡайтҡандар ҙә инде.

Тылсымлы ҡурай моңдары һәр кемде тарих тѳпкѳлѳнә, ата-бабалар мѳхитенә алып ҡайта. Ғөмүмән, ҡурай сәнғәте бик боронғо һәм ул ата-бабаларҙан күсә килгән музыка ҡоралы.

Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә.

Ҡурай моңон яҙмаларҙа тыңлау менән ысын уйнауҙа тыңлау араһында бик ҙур айырма бар. Шул сәбәпле, ҡурайҙың илаһи моңон мотлаҡ «тере» килеш тыңларға кәрәк.

Бөгөнгө тамаша рух күтәренкелеге, ғорурлыҡ тойғолары менән һуғарылғайны. Илаһи һәм сихри моң байрамында яңғыраған көйҙәр тамашасыларҙы бөйөк тарихыбыҙға һәм үткәнебеҙгә алып ҡайтты. Милли халыҡ ҡоралдары оркестры  башҡорт халыҡ көйҙәрен яңғыратты. Сәхнә түренән билдәле композиторҙар Заһир Исмәғилев, Нур Дауытов, Илдар Хисаметдинов, Анатолий Кукубаев, Урал Иҙелбаев музыкалары яңғыраны.

Ринат Рамазанов етәкселегендәге«Арғымаҡ» этно-рок төркөмөсығышы кѳслѳ алҡыштарға күмелде, халыҡ уларҙы оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәне.”Йәйәүле Мәхмүт”, “Бөрйән”, “Бур байыҡмаҫ”, “Шайморатов генерал”, “Байыҡ” көйҙәрен тамашасылар ихлас күңелдән ҡабул итте.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Артур Ғайсаров, Башҡортостандың халыҡ артискаһы Римма Амангилдина, Марсель Ҡотоев, Артур Ғайсаров, ҡыл-ҡумыҙсы Аяз Нухов сығыштары байрам концертын тағы ла йәмләне.

Ата-бабаларыбыҙҙың меңәр йыллыҡ ижади тәжрибәһе нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм ошо көнгәсә килеп еткән ҡурайҙы һаҡлайыҡ!

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай донъя мәҙәниәте хазинаһы, төҙөлә башлаған мәленән үк Башҡортостан дәүләтселегенең символы булыуын иҫтә тотайыҡ. Ҡурайға ҡарата һөйөү һәм ихтирамды арттырайыҡ.

 

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb