Бөгөн Өфөлә туған тел көнөн билдәләү уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында Халыҡ-ара Туған тел көнөнә арналған Республика байрамы, муниципаль район һәм ҡала округтары биләмәләрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөккә йүнәлтелгән саралар үтәсәк.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә. Белгестәр әйтеүенсә, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуы ихтимал. Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй, рустар - 110 миллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион 300 мең, украиндар 2 миллиондан аҙыраҡ, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар - 1 миллион 400-әр мең тирәһе.