Бөгөн 28 ноябрь “Йөрәк һүҙе” телепроекты еңеүселәре асыҡлана. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында шиғри бәйгенең гала-концерты үтә. Мәғлүм булыуынса, мәҙәни проект “Ҡурай” телеканалында барҙы. Шиғри ярышта яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҡатнашты.
Ойоштороусылыр хәбәр итеүенсә, сара ике бүлектән торасаҡ. Беренсе бүлектә фойела театрлаштырылған тамаша формаһында ҡатнашыусылар өсөн йәрәбә үткәреләсәк. Ә инде һуңынан сәхнәлә төп ваҡиға – һүҙ бәйгеһе уҙасаҡ. Еңеүсегә автомобиль тапшырылыу ҡаралған.
СМС һайлауҙарҙа иң күп тауыш йыйыусы 12 пар ҡатнаша. Бөгөн республикала беренсе тапҡыр "тел оҫтаһы" билдәләнәсәк.