Бөгөн башҡорт милли театрында тәүге актрисаларҙың береһе Бәҙәр Йосопованың тыуыуына 117 йыл. Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы Йосопова -театр‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм тәүге актрисаларҙың береһе.
Йосопова Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы 1901 йылдың 21 декабрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Орск ҡалаһында тыуған.
1916 йылда «Йәмғиәти хәйриә» идаралығы ҡарамағындағы «Йәштәр союзы» (урыҫ. «Союз молодёжи») эргәһендәге һәүәҫкәр театр сәхнәһендә «Юғалған ҡатын» (урыҫ. «Потерянная женщина») драматик этюдында Люси псевдонимы менән тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1918 йылда Орскта Мирхәйҙәр Фәйзинең «Ауыл байрамы» пьесаһында төп роль булған Мәғрүфкамалды башҡара. Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи) ролен тәүге башҡарыусы. Барлығы 120‑нән ашыу төрлө пландағы ролдәр башҡара. Шулай уҡ ҡобайырҙар, башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән концерттарҙа ҙәм спектаклдәрҙә сығыш яһай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтта концерттар менән сығыш яһай.
Ижад юлында башҡарған төп ролдәре: Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи), Мәғрүфкамал («Ауыл байрамы», М. Фәйзи),Әминә («Салауат», В. Мортазин-Иманский), Елизавета («Ҡарағол», Д. Юлтый), Таңһылыу («Ашҡаҙар», М. А. Буранғолов), Анна Андреевна («Ревизор», Н. В. Гоголь), Кручинина («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — «Без вины виноватые», А. Н. Островский), Огудалова («Бирнәһеҙ ҡыҙ» — «Бесприданница», А. Н. Островский), Эмилия («Отелло», У. Шекспир), Любовь Яровая («Любовь Яровая», К. А. Тренёв), леди Мильфорд («Мәкер һәм мөхәббәт» — «Коварство и любовь», Ф. Шиллер), Лушка («Күтәрелгән сиҙәм» — «Поднятая целина», М. А. Шолохов), Үлмәҫбикә («Һаҡмар», С. М. Мифтахов), Кубра («Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл», Б. Бикбай), Елена Кошевая («Йәш гвардия» — «Молодая гвардия», А. А. Фадеев), Масрура («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури), Сәрби («Башмаҡтар», Х. К. Ибраһимов), Шәмсинур («Ул ҡайтты», Ә. Ҡ. Атнабаев) һ. б.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре: Башҡорт АССР-ының халыҡ артискаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артискаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артискаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
2002 йылда Өфөләге Актёрҙар йортона Бәҙәр Йосопова исеме бирелгән.Өфөлә Бәҙәр Йосопова йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан Бәҙәр Йосопова исемендәге премия булдырылған.