Күренекле шағир , драматург Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында 1932 йылдың 16 февралендә тыуған. Тыуған ауылынан Өфөгә күсеп килгәс, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта, унан һуң музыка училищеһында уҡый. Шул йылдарҙа Рафаэль Сафин әҙәби ижадҡа тартыла башлай һәм, училищены тамамлағас та Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға керә.
Уҡып бөтөп Өфөгә әйләнеп ҡайтҡас, Рафаэль Сафиндың бар ғүмере әҙәби ижадҡа һәм журналистикаға бағышлана. 1956 йылда уның «Тормош ҡушыуы» тип исемләнгән беренсе йыйынтығы донъя күрә. Артабан да ул шиғриәт һөйөүселәрҙе өр-яңы әҫәрҙәре менән даими шатландырып тора.
«Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе», «Ышаныс», «Аҡбуҙат», «Яҙҙар көтәм» кеүек тәрбиәүи китаптары — шуға асыҡ миҫал. Уның шиғриәте тормош һәм кешеләр яҙмышы хаҡында тәрән уйланыуҙар менән һуғарылған. Төрлө гәзит һәм журнал редакцияларында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Рафаэль Сафин үҙен оҫта драматург итеп тә танытты. Уның «Йәнбикә», «Тилекәй», «Ғәзизәкәй балдыз», «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән пьесалары буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдәр оҙаҡ йылдар төрлө театрҙарҙың репертуарынан төшмәне.