Бөгөн күренекле яҙыусы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева күркәм юбилейын – 75 йәшен билдәләй.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ уның журналислыҡ, уҡытыусылыҡ һәм яҙыусылыҡ эштәре аралашып бара. Артабан — профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән берлектә Евразия Яҙыусылар союзы ойошторған драматург Халдун Танерҙың йөҙ йыллыҡ юбилейына арналған Халыҡ-ара пьесалар конкурсында беренсе урын Мәрйәм Бураҡаеваның «Шәүлә» пьесаһына бирелде.
Әҙибәнең донъя күргән китаптары: «Көҙгө ысыҡ», «Арғымаҡ» мемуар-эссе, «Тормаш һабаҡтары» : юғары класс уҡыусылары өсөн эстетик тәрбиә биреү буйынса ҡулланма , “Святая рыба”, “Мне снятся песни…”, “Чудеса Илмень-горы” ,” Сестричка”.
Ил инәһен ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ- сәләмәтлек, именлек, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.