Бөгөн Конгресс-холда «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 50 йыллығына арналған кисә уҙа

Бөгөн Конгресс-холда «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 50 йыллығына арналған кисә уҙа

Бөгөн, 2 март, республика ҡатын-ҡыҙҙарының яратып уҡыған журналдарының береһе – ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Конгресс-холда матур кисә уҙа.

Байрам кисәһе матур һәм йөкмәткеле булмаҡсы, "Әсә йөрәге" шиғриәт бәйгеһе, алъяпҡыс, башҡорт ҡурсағы конкурстары еңеүселәрен бүләкләнәсәк. Римма Амангилдина, Ян Лира, Зиля Лира, Айгиз Ханов, Лариса Сафуанова, Гәлсәр Байғусҡарова, "Тамыр" балалар студияһы (етәксеһе -Гөлназ Ҡолһарина) һәм башҡа сәнғәт йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ.

Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Ауырғазы, Борай, Благовар, Нуриман райондарынан ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Кисә алдынан бай күргәҙмәләр эшләйәсәк, милли биҙәүестәр, китаптар, кейем һәм башҡа кәрәкле ваҡ-төйәктәр һатыу, гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторола. Инеү ирекле.

Башҡортостан ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн тәғәйенләнгән башҡорт телендәге журналы, 1968 йылдың ғинуарынан башлап сыға. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дəүлəт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хɵкүмəте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb