Бөгөн-6 апрель, БР Яҙыусылар союзының тамаша залында талантлы яҙыусыбыҙ, Рамаҙан Өмөтбаев һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге, шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” исемле яңы китабының исем туйы үтәсәк.
Тиҫтәнән ашыу етди китап авторы булараҡ танылған яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның был сатира һәм юмор менән яҙылған тәүге китабы.
Байтаҡ йыл дауамында йыйылған хикәйә, фельетон, юмореска тупланған әҫәрҙәрендә ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк, ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек кеүек кире сифаттарҙы тәнҡитләп фәһем бирә, хаҡ юлды күрһәтә.
Сара Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 34 адресы буйынса үтә. Башлана 14.00 сәғәттә.