Бөгөн Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Әлфиә Әсәҙуллина менән осрашыу үтә

Бөгөн Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Әлфиә Әсәҙуллина менән осрашыу үтә

Бөгөн Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Балалар китабы аҙналығы сиктәрҽндә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, балалар шағирәһе Әлфиә Әсәҙуллина менән осрашыу уҙғарыла. Сара 16:00 сәғәттә башлана.

Әсәҙуллина Әлфиә— башҡорт шағирәһе, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты.

Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина 1959 йылдың 2 мартында  Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Республика гәзит-журналдарында, район гәзите "Ватан юлы"нда, «Йәш көстәр» альманахында баҫыла.

Бер үк ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә (хәҙер Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте) эш башлай. Тәүҙә корректор була. 1992 йылдан алып балалар әҙәбиәте мөхәррире. 2005 йылдан балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире.

Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина «Күбәләк күлдәк ҡотлата», «Сайҡала сауҡалар», «Ҡояшҡа таж кейҙерәм», «Һанашмаҡтар», «Зоопарк килде беҙгә», «Һәр бер һөнәр кәрәкле», «Ысыҡлы ҡояш», «Хыял осошо» исемле балалар һәм өлкәндәр өсөн китаптар авторы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb