Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 27-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһай. Байрам тантанаһына театр фойеһында музыкаль-шиғри программа әҙерләнгән, театр һөйөүселәрҙе бик тә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс театрлаштырылған тамаша көтә.
Беренсе ҡатта йәш Өфө музыканттары һәм шағирҙары аккустик композициялар башҡарыуы көтөлә, шулай уҡ шиғырҙар яңғыраясаҡ.
Сарала «JaBrunoLetti» музыка ҡоралдары дуэты, шағирҙар Александр Шум, Илья Боровский, Полина Ротштейндарҙың ҡатнашыуы көтөлә.