Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

1703 йылдың 13 ғинуарында Рәсәйҙә, батша Петр 1-се указына ярашлы, “Ведомости” газетаһының 1-се һаны донъя күрә. Ошо ваҡиға айҡанлы, 1991 йылдан алып 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә башлай. Был күркәм дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, газета-журнал таратыусыларҙың байрамы ла. Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле.

20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Баҫмалар биттәрендә ваҡытты сағылдырған тарих һаҡлана. 

Рәсәйҙә баҫма һүҙгә һәр заманда ла айырым мөнәсәбәт булған. Бөгөн дә журналистарҙың эше мөһим һәм яуаплы, хеҙмәттәре ихтирам менән баһалана. Матбуғат һәр ваҡыт йәмғиәт кәйефенә йоғонто яһаусы нескә механизм, уның рухи һәм интеллектуаль сәләмәтлегенә үҙенсәлекле йоғонто яһаусы булып ҡала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb