Бөгөн республика Милли музейында 6-сы бөтә донъя фольклориадаһына арналған күргәҙмә асылды

Бөгөн республика Милли музейында 6-сы бөтә донъя фольклориадаһына арналған күргәҙмә асылды

“PRO.Фольклориада-2021” күргәҙмәһендә йылдың иң ҙур мәҙәни ваҡиғаһына арналған үҙенсәлекле әйберҙәр менән танышырға була.  Бында төрлө сит делегеациялары алып килгән аҡсалар менән биҙәлгән түшелдерек тә ҡуйылған.

Күргәҙмәлә фольклориадала ҡатнашыусыларҙың килер быуындарға ҡалдырған ваҡыт капсулаһын да күрергә була. Уны 10 йыл үткәс, йәғни 2031 йылдың 10 июлендә асыу планлаштырыла. Музейҙа шулай уҡ төрлө илдәрҙең байрам һәм йола битлектәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә август аҙағына тиклем эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb