Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 15.00 сәғәттә (Ленин урамы, 4) адресы буйынса башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар поэзияһында тәржемә проблемалары исемле семинар ойоштороласаҡ.
Күренекле башҡорт шағирәләре менән бер рәттән тәржемәселәрҙең дә ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ билдәле шағирә, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриәнең “Каменная река” китабының исем туйын үткәреү ҡаралған.
Тамара Ишбулды ҡыҙы Ишембай районы Ҡыяуыҡауылында тыуған. Йәнырыҫ урта мәктәбен тамамлағас, Ишембай трикотаж фабрикаһында тегенсе булып эшләй, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем ала.
1981 йылдан алып хәҙергәсә, бына утыҙ йылдан ашыу инде, Тамара Искәндәриә республика матбуғатында һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләй. «Йәншишмә», «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәре, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы, «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары аша халыҡҡа еткергән һүҙе һәр саҡ тос, төплө, аҡыллы, йылы, ихлас булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Шиғриәткә уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында килә. Студент сағында университеттың «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Уның шиғри ҡулъяҙмаларына билдәле ғалим-тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов юғары баһа бирә. «Тояҡтар йыры», «Ер менән Күк араһында» исемле шиғыр китаптары Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылһа, «Ете даръям», «Көн менән Төн сиге», «Моң-тәлгәш» һәм «Шашкалар илендә» тигән йыйынтыҡтары Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күрә. Шағирҙың әҫәрҙәре шулай уҡ республика гәзит һәм журналдары аша уҡыусыларға даими тәҡдим ителә.
“Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, - тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры М.Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара. Күңелдәрҙә илһам уятыусы ижад әһелдәре менән осрашыуға рәхим итегеҙ!
Гүзәл Багаева