Бөрө ҡалаһында төбәк-ара «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестивале үтәсәк

Бөрө ҡалаһында  төбәк-ара «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестивале үтәсәк

Бөрө ҡалаһы төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваленә әҙерләнә. «Керәшен һыуыҡтары» конкурсы быйыл 25-се тапҡыр ойошторола.

Йәш таланттар 24 ғинуарҙан 26-на тиклем Ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһай.

Еңеүселәр өс номинация – йыр, бейеү һәм вокал-инструменталь ансамблдәр араһында асыҡлана. Конкурсанттарға ике әҫәр әҙерләргә кәрәк була.

 

Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар Республика халыҡ ижады үҙәгендә Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. , Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресы буйынса 23 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.

"Керәшен һыуыҡтары" Бөрөлә 1995 йылдан алып уҙғарыла.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb