Бөрө ҡалаһында йәшәгән Галина Абукаева Фольклориаданың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә үткәрелгән конкурста сараны асыу тантанаһына билет отҡан. Әйткәндәй, уның ҡыҙы ошо байрамда ҡатнаша: "Маски" ансамблендә сығыш яһай.
"Минең өсөн икеләтә шатлыҡ һәм ысын мөғжизә! Ҡыҙым сығыш яһаясаҡ сараны асыу сараһына билет оттом. Фольклориада бөтә республика өсөн ҙур байрам булһа, беҙҙең ғаиләбеҙгә ғүмер буйына матур иҫтәлек булып ҡаласаҡ!" - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан еңеүсе.