Үткән шәмбе Бөрө ҡалаһында мәҙәниәт буйынса «Берҙәм мәҙәни-белем биреү киңлекте ойоштороу - яңы типтағы мәҙәниәт учреждениеларының эшмәкәрлек нигеҙе» темаһына II Республика кәңәшмәһе үтте. Унда Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Тураева, ҡалабыҙҙан ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, мәҙәниәт идаралығы директоры Татьяна Лихачева, Күмертау ҡалаһындағы республика халыҡ ижады үҙәге филиалы директоры Әлфиә Грязнова ла ҡатнашты.
Ошо уҡ көндө Бөрөлә күп функциялы мәҙәни-белем биреү үҙәге «УМникум» да асылды. Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырылған үҙәкте төҙөү өсөн федераль һәм республика бюджетынан 100 млн. һум бүленгән. Шулай уҡ заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн тағы ла 20 млн. һумдан артығыраҡ аҡса киткән. 1,5 мең кв.метр майҙанда 320 урынлыҡ тамаша залы, мәғлүмәти-китапхана өлкәһе, компьютер үҙәге, эш техникаһы секциялары, авиамоделдәр әҙерләү, киберспорт, мультипликация, тауыш яҙҙырыу студиялары урынлашҡан. Ҡала башлығы Борис Владимирович был идеяны күтәреп алды һәм «Күмертауҙа ла «УМником» кеүек күп функциялы мәҙәни-белем биреү үҙәге асылһа яҡшы булыр ине», - тине.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, Башҡортостанда, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә федераль гранттар отоу өсөн, район һәм ҡалаларҙың төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға уңышлы өлгөләре байтаҡ. Шуға ла муниципалитеттар федераль ярҙам алыу өсөн бындай проекттарға нығыраҡ иғтибар бүлергә тейеш.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина муниципаль театрҙарҙың һәм ауыл клубтарының матди-техник хәлен нығытыу буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының яңы проекты тураһында һөйләне. 2017 йылда партия проекты сиктәрендә республикабыҙға ошо маҡсаттарға ярашлы 46 млн. һум аҡса бүленәсәк.
Моделле китапханалар буйынса республика район ҡалалары араһында Күмертау 1-се урында, ә Көйөргәҙе беренсе унау иҫәбендә булыуы ла ҡыуандыра.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәре буйынса республикабыҙҙа күп функциялы ауыл клубтарын ойоштороу өсөн күп эштәр башҡарыла һәм бындай 41 объект асылған. Ә районыбыҙҙа Светлана Марат ҡыҙы әйтеүенсә, 2017 йылда Айсыуаҡ клубы күп функциялыға үҙгәртеп ҡороласаҡ. Буласаҡ был үҙәкте йыһазландырыу өсөн федераль бюджеттан 11 мең һум, республиканан 245 мең һәм район ҡаҙнаһынан 400 мең һум аҡса бүленгән дә инде. Әлегә ремонт эштәре бара.
Был көндө шулай уҡ республикабыҙҙа Рәсәй киноһы йылын ябыу тантанаһы ла үтте.
Сығанаҡ: “Юшатыр” гәзите, Айгөл Халиҡова