Баҡалы районының мәҙәниәт һарайына башҡорт әҙәбиәте классигы, легендар «Ҡыҙыл паша» авторы Нәжиб Асанбаевтың исеме бирелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2023 йылдың 23 ғинуарында ҡул ҡуйылған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Нәжиб Асанбаев (1921-2013) — күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, йәмәғәт эшмәкәре.