Баймаҡ районында Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Баймаҡ районында Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

11 июнь көнө Баймаҡ районы Күсей мәҙәниәт йортонда мәшһүр бейеү ҡуйыусы Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.Тантанала Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы етәксеһе Иҙел Солтанов ,"Саптар" өлгөлө бейеү студияһы етәксеһе Радик Бакиров,"Ирәндек" бейеү ансамбле ветерандары, Йәүҙәт Бикбирҙиндың туғандары, ауылдаштары, уның ижадын яратҡан сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Йәүҙәт Бикбирҙындың ижады халыҡсан булыуы менән мәңгелек. Ул һалған "Каруанһарай", "Ҡараһаҡал", "Игеҙәков", "Перовский", "Ҡара тауыҡ", "Кәкүк", Ҡаһым түрә", "Әмин һәтәүе" һәм башҡа бейеүҙәрҙең һәр береһендә тарихи геройҙарҙы ғына түгел, ә ябай кешенең күңел торошон, уй хистәрен күрергә мөмкин. Бейеү ҡуйыусыны яҡшы белгән замандаштары, уның һәр күҙәнәге бейей ине, тейҙәр..

Йәүҙәт Бикбирҙиндың яҙмышы ла ҡатмарлы була. Ижад күңеле гел генә азатлыҡҡа ынтыла. Шуға күрә, ул үҙен әрнеткән һорауҙарға яуапты бейеү хәрәкәттәрендә эҙләй. Эҙләй генә түгел, таба һәм кинәйә менән ҙур сәхнәгә сығара...

Уның бейеүҙәре быуаттар менән быуаттар алышынһа ла халыҡ күңелендә йәшәй. Мәҫәлән, быйыл балалар араһында үткән "Байыҡ" бәйгеһе еңеүсеһе Әмир Солтанов башҡарған "Генерал Игзаков" бейеүе ошо таҡтаташ асыу тантанаһының иң тулҡынландырғыс өлөшө булғандыр.

Йәүҙәт Бикбирҙиндың исеме ҡабаттан мәңгеләштерелде. Бөгөн уның һүрәте, алтын хәрефтәр менән яҙылып, тыуған Күсей ауылын биҙәй.

Баймаҡ районында Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb